Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Октябрь 2021, 12:35

Цифрлы сервисҡа һорау ҙур

МТС компанияһы Баймаҡ районының ике ауылын юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырҙы.

Цифрлы сервисҡа һорау ҙур
Цифрлы сервисҡа һорау ҙур

МТС компанияһы етәкселеге хәбәр итеүенсә, төбәктә тиҙлекле LTE селтәре ныҡлы үҫешә. Компания 1000 ашыу кеше йәшәгән ике ауылды мобиль интернет менән тәьмин иткән. Иҫән һәм Ишмырҙа ауылдары халҡы хәҙер махсус ҡушымталар аша “Дәүләт хеҙмәттәре”, табиптар, юристар менән онлайн кәңәшләшә ала. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары дистанцион рәүештә уҡыу мөмкинлеге лә алды.

--Бөгөн ҙур компанияларҙа эшләр, аралашыу һәм профессиональ белем алыр өсөн ҙур ҡалаларҙа йәшәү мотлаҡ түгел. Беҙ Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ кешеләрҙе ҡайҙы төбәктә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, “Цифрлы иҡтисад” милли проектының “Цифрлы технологиялар һәм проекттар” программаһына ярашлы заманса цифрлы сервисҡа тоташтырырға тырышабыҙ. Шуға беҙҙең компания яңынан-яңы база станциялары урынлаштыра, ҡала һәм ауылдарҙа, автомобиль һәм тимер юлдары буйында элемтә сифатын күтәрә. Хатта бәләкәй ауылдарҙа ҙур ҡалаларға ҡарағанда цифрлы сервисҡа һорау ҙурыраҡ булыуын да беләбеҙ,-- ти Башҡортостан Республикаһы буйынса МТС филиалы директоры Егор Фисюк.

Автор:Гульдар Кадаева