АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2023, 09:45

МИЛЛИ БАТЫРЫБЫҘҒА АРНАЛА

Милли геройыбыҙ, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тула. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһында урынлашҡан геройҙың бюсы янында сара үткәрелә. 16 июнь иртәнге сәғәт 10-да бюст эргәһенә рәхим итегеҙ!

МИЛЛИ БАТЫРЫБЫҘҒА АРНАЛА
МИЛЛИ БАТЫРЫБЫҘҒА АРНАЛА

Сарала Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы ҡурайсылары сығыш яһай. Мәртәбәле ҡунаҡтар, Сибай башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре телмәр тотасаҡ. Сара һуңында бюстҡа сәскә һалыу планлаштырыла.

 

Әткәндәй, 10 июндә батырҙың тыуған яғы Салауат районында "Салауат йыйыны" үтә.

Автор:Резеда Валиева