АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март 2023, 13:20

Билдәле яҡташыбыҙ "Атайсал" проектына ҡушыла

Донъя кимәлендә билдәле рәссам Валериус Сибай ҡалаһында булып үҙе белем алған 6-сы мәктәптә оҫталыҡ класы уҙғарҙы. Уҡыусылар осрашыуҙа һүрәт төшөрөүҙең яңы алымдарын өйрәнеп кенә ҡалманы, “Тормош йылғаһы” буяуының барлыҡҡа килеүен дә күҙәтте. Яҡташ рәссам Валерий Иванов Валериус исеме аҫтында ижад итә. Ул Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы. Сит илдә лә уның исеме яҡшы таныш, күп кенә наградалар эйәһе булыуыла уның билдәле булыуына ишара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул тыуған яғын онотмай, ата-әсәһе янына йыш ҡайта. Ҡалала булған һайын үҙе белем алған 6-сы мәктәпкә бармайынса китмәй. Был юлы ла ул “Тормош йылғалары” буяуҙары һәм бүләктәре менән белем усағында булды.

Билдәле яҡташыбыҙ "Атайсал" проектына ҡушыла
Билдәле яҡташыбыҙ "Атайсал" проектына ҡушыла

Валерий Ивановтың царапки тип аталған автор техникаһы ла бар. Техниканың үҙенсәлеге шунда: уның ярҙамында күҙҙәре күрмәгәндәр ҙә тактиль тойомлауҙар аша ижадҡа ҡағыла ала.
Ғинуар айында килгәнендә ул 6-сы мәктәп стенаһына “Тормош йылғаһы” яңы һүрәтен элеп киткәйне. Киләсәктә ошондай уҡ һүрәттәр ҡаланың “Ирәндек” лицейында, гимназия-интернатында ла барлыҡҡа киләсәк. Рәссам ошо белем усаҡтары уҡыусылары буяһын өсөн полотнолар тапшырҙы. Уларҙың авторы бөтә донъяға билдәле рәссәм беҙҙең яҡташыбыҙ булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята. Әйткәндәй, ул тыуған яҡ өсөн изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендәге “Атайсал” проектында ла ҡатнаша.

Автор:Гульдар Кадаева