АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2023, 11:40

ИҢ ЯҠШЫ ҺӘҮӘҪКӘР АКТЕР

Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Рәил Хәсәнов халыҡ театрҙары фестивалендә маҡтауға лайыҡ булды.

ИҢ ЯҠШЫ ҺӘҮӘҪКӘР АКТЕР
ИҢ ЯҠШЫ ҺӘҮӘҪКӘР АКТЕР

 Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылына тағы ла бер награда ҡайта. Ауыл халыҡ театрҙарының Республика фестивалендә "Иң яҡшы һәүәҫкәр актер" номинацияһы яҡташыбыҙ Наил Ғәйетбаевтың "Аты барҙың- дәрте бар" спектаклендә Ҡотлобай ролен башҡарғаны өсөн Рәил Хәсәновҡа тапшырылды. Еңеүсе фестивалдең Дипломы, иҫтәлекле бүләк һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған фестивалдең статуэткаһы менән бүләкләнде.

Ниғәмәт ауылының "Һаҡмар" халыҡ театры коллективы театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Донъя башҡорттарының махсус Дипломына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды. Афарин «Һаҡмар»ҙар 💐💐💐Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

РӘҮИЛӘ ХӘСӘНОВА.

Автор:Резеда Валиева