АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Февраль 2023, 18:55

МӘҘӘНИӘТ БЕРЕНСЕ УРЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!

Бөгөн Сибай ҡалаһының "Мир" Йәштәр үҙәгендә кинорежиссер, Ш.Бабич һәм С.Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Булат Йосопов менән бер аҙ әңгәмәләшергә тура килде. Уның фекеренсә, мәҙәниәт һәр саҡ беренсе урында булырға тейеш! Ә беҙ уның менән тулыһынса килешәбеҙ! Матди түгел, рухи байлыҡты алға ҡуймайынса тороп, бер ерҙә лә тәртип булмаясаҡ! Әйткәндәй, һеҙ ҙә кинорежиссер менән күрешә алаһығыҙ. Иртәгә "Мир" кинотеатрында 12.00, 15.00 һәм 18.00 сәғәттәрҙә Рәми Ғарипов ижадына арналған "Шағир көндәлеге" фильмы күрһәтелә. Кино һуңында режиссер, сценарий авторы һәм актерҙар менән күрешеү мөмкинлеге бар.

МӘҘӘНИӘТ БЕРЕНСЕ УРЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!
МӘҘӘНИӘТ БЕРЕНСЕ УРЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!

Фильмды күрмәй ҡалмағыҙ! Рәхим итегеҙ!

Автор:Резеда Валиева