Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль 2023, 16:35

ИҒТИБАР: ВАҠЫТЫ ҮҘГӘРҘЕ!

Сибайға шағир Рәми Ғарипов ижадына һәм тормошона арналған «Шағир көндәлеге» фильмын алып киләләр, тип хәбәр иткәйнек. Сайтта тулыраҡ белешмә табырһығыҙ. Әйткәндәй, фильмдың режиссеры, сценарий авторы һәм актерҙар менән осрашыу көтөлә.

ИҒТИБАР: ВАҠЫТЫ ҮҘГӘРҘЕ!
ИҒТИБАР: ВАҠЫТЫ ҮҘГӘРҘЕ!

Хөрмәтле Сибай халҡы! Һеҙҙе
9, 10 февраль көнө Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың яҙмышына арналған "Шағир көндәлеге" фильмының авторҙары - Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев премияһы лауреаттары - режиссер Булат Йосопов һәм сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова менән осрашыуға саҡырабыҙ.
Программала фильм ҡарау менән бер рәттән, авторҙар менән фильм хаҡында асыҡтан - асыҡ һөйләшеү, фекер алышыу ҡаралған. Шулай уҡ осрашыуҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин ҡатнаша.
Һеҙҙе Йәштәр һарайы "Мир " ҙа көтөп ҡалабыҙ.
Осрашыу 9 февраль 15:00 һәм 18:00 сәғәттә
10 февраль 12:00, 15:00 һәм 18:00 сәғәттә.
Билет хаҡы - 300 һум. Пушкин картаһы менән алырға мөмкин.

Автор:Резеда Валиева