АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 10:05

«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» - СИБАЙҘА!

Хөрмәтле сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Һеҙҙе Башҡортостан театрҙарының талантлы актерҙары Артур Ҡунаҡбаев, Морат Рафиҡов, Салауат Юлдашбаев, Олеся Шибко, Илнур Муллабаев, Линар Байытов, сәхнә йондоҙҙары Таңсулпан Бабичева, Риф Сәйфуллин ҡатнашлығында режиссер Булат Йосопов тарафынан төшөрөлгән "Шағир көндәлеге" фильмын ҡарарға саҡырабыҙ.  Фильм 9 һәм 10 февраль көндәре Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында  күрһәтелә.

«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» - СИБАЙҘА!
«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» - СИБАЙҘА!

9 февраль көнө фильм күрһәтелгәндән һуң тамашасыларҙы сценарий авторҙарҙың береһе—С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова һәм фильмда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ролен башҡарыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин менән осрашыу көтә. Һеҙҙе фильм барышында килеп тыуған һорауҙарға яуаптар, билдәле шағирҙың яҙмышындағы билдәһеҙ биттәр һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ тигән ышаныстабыҙ. Килегеҙ! Көтәбеҙ!

Башлана 19:00 сәғәттә. Билеттар театр кассаһында һәм театрҙың сайтында һатыла. Хаҡы 300 һум. Пушкин картаһын файҙаланырға мөмкин.

 

Гөлсәсәк Саламатова.

Автор:Резеда Валиева