АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2023, 15:30

ҺАҠМАР МОҢДАРЫ

Хәйбулла районында «Һаҡмар моңдары» башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте

ҺАҠМАР МОҢДАРЫ
ҺАҠМАР МОҢДАРЫ

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:


Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда “Һаҡмар моңдары” башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл да Хәйбулланың төрлө ауыл биләмәләренән бихисап йырсылар ҡатнашты. Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушылып йырланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Әбюүбәкер ауылы йырсыһы Билалов Хәсән Ғәле улы 1 урын яуланы һәм Ләйсән, Юлай Бикбовтарҙың махсус призына лайыҡ булды. Ошо уҡ ауылдың һәләтле егете - Ғәлимйән Ултраҡов та моңло сығышы менән халыҡ күңелен яуланы. Афарин, йырсыларыбыҙҙың ижад ҡомары артабан да һүнмәһен, халыҡсан бәйге киләсәктә тағы ла нығыраҡ үҫешһен!

Автор:Резеда Валиева