АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2022, 10:15

ИҢ ЯҠШЫҺЫ...

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында иң яҡшылар билдәләнде. Улар араһында Хәйбулла районынан Миңзифа Ишемғолова бар.

ИҢ ЯҠШЫҺЫ...
ИҢ ЯҠШЫҺЫ...
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата ярҙам күрһәтеү йәһәтенән судсидия бүлеү конкурсына йомғаҡ яһаны. Махсус комиссия конкурсанттарҙың көндәлек эшен баһаланы. Хәйбулла районы номинаттары юғары балл йыйҙы.  Ауыл мәҙәниәте учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре араһында район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова иң яҡшыһы тип табылды. «Китапхана эше» йүнәлешендә иһә Бүребай ауыл китапханаһы билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
 
 
Автор:Резеда Валиева