АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 11:25

МОСТАЙ ШИҒЫРЫ—ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ

Махачкала типографияһында башҡорт әҙибенең шиғырҙар китабы донъя күргән.

МОСТАЙ ШИҒЫРЫ—ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ
МОСТАЙ ШИҒЫРЫ—ҠУМЫҠ ТЕЛЕНДӘ

Махачкала типографияһында 700 экземплярҙа Мостай Кәримдең «Күңелем—йырҙа» шиғырҙар китабы ҡумыҡ телендә донъя күргән. Шиғырҙарҙы Дағстан шағиры, журналист, Рәсәй журналистары союзы ағзаһы Багавутдин Самадов тәржемә иткән. Шиғырҙар башҡортса ла, русса ла бирелгән. Инеш һүҙҙе Агарагим Султанмурадов, Әхәт Салихов, Гөлназ Ҡотоева һәм Григорий Адаров яҙған.

Автор:Резеда Валиева