Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2022, 08:50

«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» ТАМАМЛАНДЫ

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына арналған фильм әҙер! Ул ҡасан экрандарға сығасаҡ?

«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» ТАМАМЛАНДЫ
«ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕ» ТАМАМЛАНДЫ

Башҡортостанда «Шағир көндәлеге» исемле тулы метражлы нәфис фильм экрандарға сығырға әҙер. Булат Йосопов әҙерләгән был фильм Башҡортостандың тарихына, мәҙәниәтенә арналған трилогияның һуңғы өлөшө. Йәғни быға тиклем «Бабич», «Беренсе республика» фильмдарын сығарһа, әлегеһе халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арнала.

Проектты тормошҡа ашырыуға республика Башлығы Радий Хәбиров, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы ярҙам күрһәтте.

 

Премьераның датаһы тиҙҙән билдәле була

 

Автор:Резеда Валиева