Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2022, 15:10

КИНОСЕРИАЛ ТӨШӨРӨЛӘСӘК

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» китабы буйынса спектаклдәрҙе республика театрҙары репертуарына индереү, киносериал төшөрөү, авторҙың һайланма әҫәрҙәрен рус телендә баҫтырып сығарыу күҙаллана.

КИНОСЕРИАЛ ТӨШӨРӨЛӘСӘК
КИНОСЕРИАЛ ТӨШӨРӨЛӘСӘК

«Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшөнә арналған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Таңсулпан Ғарипова — күренекле прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.

Конференция аҙағында резолюция ҡабул ителде. Ойоштороусылар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына «Өфөнөң почетлы гражданы» исемен биреүҙе юллай. Уның «Бөйрәкәй» китабы буйынса спектаклдәрҙе республика театрҙары репертуарына индереү, киносериал төшөрөү, авторҙың һайланма әҫәрҙәрен рус телендә баҫтырып сығарыу һәм яҙыусының тыуған яғында — Баймаҡ районында Таңсулпан Ғарипованың кабинет-музейын асыу күҙаллана.  

 

Сығанаҡ:https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-09-14/respublikala-ta-sulpan-aripovany-r-re-buyynsa-serial-t-sh-r-l-m-spektakld-r-s-hn-l-shterel-2948940

Автор:Резеда Валиева