АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2022, 08:30

КЕСКӘЙҘӘР ҠЫҘЫҠҺЫНДЫ

Балаларҙы милли рухта тәрбиәләйек.

КЕСКӘЙҘӘР ҠЫҘЫҠҺЫНДЫ
КЕСКӘЙҘӘР ҠЫҘЫҠҺЫНДЫ

Милли кейем көнө уңайынан мин, «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы, Темәс мәктәбе янында эшләп килгән балалар баҡсаһында булып, кескәйҙәргә милли кейемдәрҙе күрһәтеп, улар хаҡында һөйләнем. Балалар, бәләкәй генә булһалар ҙа, бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Һәр береһе урынынан тороп, яныма килеп күлдәк-ҡашмауҙарҙы, камзулдарҙы тотоп, һыйпап ҡараны.

Был көндө үҙҙәре лә милли орнаментлы кейемдә килгән ине. Афарин, кескәйҙәр. Беҙ бергәләшеп йәш быуында милли рух тәрбиәләргә тейешбеҙҙер тип уйлайым.

 

Йәмилә Баязитова, «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.

Автор:Резеда Валиева