АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2022, 18:35

Ильяс Билалов -- Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты

Республика Башлығының «2022-2023 йылдарҙа һәләтле балаларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын тәғәйенләү тураһында» ҡарары сыҡты.. Стипендиаттар исемлегенә мәктәптәрҙең, сәнғәт, физик культура һәм спорт буйынса өҫтәмә белем биреү ойошмаларының әүҙем, юғары уңыштарға өлгөшкән уҡыусылары ингән. Шуныһы ҡыуаныслы: унда Хәйбулла районының Бүребай сәнғәт мәктәбендә баян класы буйынса шөғөлләнгән Ильяс Билалов та бар. Һәләтле малайҙың уҡытыусыһы – Айтуған Рәжәп улы Билалов.

Ильяс Билалов -- Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты
Ильяс Билалов -- Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты

Тырыш баянсыны уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да сәнғәттән айырылмауын теләйбеҙ!

Ильяс Билалов -- Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты
Ильяс Билалов -- Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты
Автор:Гульдар Кадаева