Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2022, 09:00

Ҡурайҙа оҫта уйнайһыңмы? Улайһа, Хәйбуллаға бар!

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбәев исемендәге ҡурайсылар конкурсы уҙа. Заявкалар 10 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк әҙерләнгән.

Ҡурайҙа оҫта уйнайһыңмы? Улайһа, Хәйбуллаға бар!
Ҡурайҙа оҫта уйнайһыңмы? Улайһа, Хәйбуллаға бар!

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Проект ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Сараны асыу тантанаһы 16 сентябрҙә 11.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурс программаһында үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша.

Сара барышында алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар, ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн "түңәрәк өҫтәл" була. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсын ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 17 сентябрҙә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Ойоштороусылар - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, Башҡортостан ҡурайсылары союзы.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) - ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың, сит илдәрҙә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтте күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

 

Фото: Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге сайты.

Автор:Гульдар Кадаева