АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2022, 16:55

Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай

Бөгөн Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновҡа арналған мемориаль таҡтаташ асылды. Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай
Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай

Мәшһүр ҡурайсы төбәгебеҙҙең ғорурлығы, күп яҡлы һәләт эйәһе, йырсы, ҡурайсы һәм актёр – Ғата Зөлҡәфил улының тыуыуына быйыл 110 йыл. Ошо уңайҙан уның тыуған ауылы -- 1-се Төркмән ауылының Туғажман тауында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Яҡташтары мәшһүр ҡуарйсыға ошо рәүешле дан йырланы, исемен мәңгеләштерҙе.

Мәғлүмәт һәм фото Ф.Әминев сәхифәһенән.

Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай
Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай
Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай
Ғата Сөләймәновты яҡташтары онотмай
Автор:Гульдар Кадаева