АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь 2022, 14:10

Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!

Кисә Сибайҙа «Урал аръяғы - 2022» инвестицион һабантуй һәм Ҡала көнө сиктәрендә "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы. Проектта ҡатнашҡан һәр бер бейеүсе ҙур баһаға лайыҡ. Шулай ҙа жюри иң көслө ҡатнашыусыларҙы билдәләне. 

Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!
Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!

Кисә Сибайҙа «Урал аръяғы - 2022» инвестицион һабантуй һәм Ҡала көнө сиктәрендә "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы.

Сарала башҡорт бейеүен башҡарыусы 3-15 йәшлек балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты ойошторолдо. Конкурстың һайлап алыу турҙары онлайн форматта үтте. Һәр ваҡыттағыса, быйыл да "Байыҡ" сәхнәһендә үҙ көстәрен һынарға теләүселәр һаны бик күп булыуы ҡыуандырҙы.

Проектта ҡатнашҡан һәр бер бейеүсе ҙур баһаға лайыҡ. Шулай ҙа жюри иң көслө ҡатнашыусыларҙы билдәләне. "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Әмир Солтанов (Баймаҡ районы), Самира Нуғайғолова (Ғафури районы) еңеүсе булды.
Иң яҡшы ансамблдәр араһынан Гран-приға Өфө ҡалаһынан "Байрам" һәм Ишембайҙан "Алтынай" коллективтары еңде.

Һәр ҡатнашыусыға ҡиммәтле приздар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам концерты килгән һәр бер ҡунаҡтың күңеленә хуш килде.

Ҙур рәхмәт! Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!

#байык #байык2022

Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!
Йәшәһен башҡорт бейеүе, йәшәһен "БАЙЫҠ"!
Автор:Гульдар Кадаева