Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ғинуар 2022, 16:50

Төбәк мәҙәниәтен күтәреүсе

Хәйбулла районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтованың намыҫлы хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" маҡтаулы исеме менән юғары баһаланды. Ҡотлайбыҙ!!!

Төбәк мәҙәниәтен күтәреүсе
Төбәк мәҙәниәтен күтәреүсе

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы

 

Мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн «Айҙар» театр-студияһы директоры Айҙар Ғәлимовҡа Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрынан ҙур рәхмәт еткерелде.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Дилара Иҙрисова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Эльмира Саматова һәм Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы артисы Рәис Шәрәфетдинов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

«Уралтау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Туған тел» телеканалы редакцияһы алып барыусыһы Айгөл Ғабдуллина, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең балет артистары Салауат Исҡужин, Вильнара Йәнтүрина, Азат Юланов һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле йырсыһы (солисы) Илшат Шәйхуллин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры артисы Юрий Кочетыгов, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы артистары Людмила Локошко, Алла Щербакова, Рәсәйҙең «Заман» музыкаль төркөмө етәксеһе, «Башҡортостан яҡташтар берлеге» идараһы ағзаһы, «Башҡорт мәҙәни үҙәге» ойошмаһы директоры Радмир Мөфтәхин, Милли симфоник оркестры музыканттары Сафа Сөләймәнов, Гөлшат Усманова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Иван Складчиков «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исемен рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Михаил Спиридонов алды.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡуйыусы балетмейстеры Рәмизә Мөхәмәтшина һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты Азамат Хәсәншин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» булды.

Дәүләт наградаларынан тыш, Хөкүмәт вице-премьеры Шәжәрәне өйрәнгән һәм пропагандалаған, «Тамға» проектында әүҙем ҡатнашҡан мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева