Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Декабрь 2024, 11:15

Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!

Һүҙ өс егеткә...

Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!
Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Яңы йыл байрамы—«Ашығыс ярҙам», ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн иң тынғыһыҙ осор. Ҡыҙғанысҡа күрә, бәғзе осраҡтарҙа улар ярҙам итеп тә өлгөрмәй. Шуға ла хәүефһеҙлек сараларын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа, һаҡ булырға саҡырабыҙ, шатлыҡ һәм сағыу тәьҫораттарға бай байрам күңелһеҙ тамамланмаһын. Бәләгә тарымайым тиһәгеҙ, иҫкәртеүҙәргә, кәңәштәргә күҙ һалыу зыян итмәҫ.

 

Байрамдарҙың төп бәләһе—янғындар. Сибай ҡалаһының 45-се ҡотҡарыу-янғын һағы часы начальнигы Радмир Иршат улы Батталов әйтеүенсә, 2024 йыл дауамында ҡалала 79 янғын осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, һәләк булыусылар ҙа бар. Яңы йыл мәлендә янғын хәүефһеҙлеге ҡырҡа артыуы күҙәтелә.
—Ут һәм яҡтылыҡ сығанаҡтарының күплеге, ысынлап та, Яңы йылда ғына булалыр: өҫтәлдә лә, тәҙрә төптәрендә лә, шыршы янында ла шәмдәр ҡабыҙыла, бенгаль уттары, гирляндалар, фонарҙар яндырыла... Һәм бер минутҡа ғына уяулыҡты онотһағыҙ, бәлә ябырылырға тора—күҙ асып йомғансы ялҡын ялмап алыуы бар.
Унан тыш, уттың таралыуына эргә-тирәләге тиҙ тоҡанып китеүсән тантана атрибуттары ла булышлыҡ итә: мишура, яһалма шыршы, ҡағыҙ декор, синтетиканан йорт биҙәүестәре, Яңы йыл кейемдәре һәм башҡалар. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен алдан иҫегеҙҙән сығармағыҙ:
  барлыҡ электр үткәргестәре төҙөклөгөн һәм янғынды иҫкәртеү сигнализацияһын байрам алдынан тикшереп сығығыҙ;
  фәҡәт сертификатлы гирляндалар, бенгаль уттары, пиротехника һатып алығыҙ;
  бер ваҡытта ла пиротехниканы һәм бенгаль уттарын (бигерәк тә 30 сантиметр самаһы булған оҙондарын) фатир эсендә, шул иҫәптән балконда һәм тәҙрә аша ҡулланмағыҙ;
  шыршы биҙәгәндә мамыҡ, шәм, ҡағыҙ кеүек әйберҙәрҙән һәм тиҙ тоҡана торған уйынсыҡтарҙан баш тартығыҙ;
  тоҡандырылған гирляндаларҙы һәм башҡа электр ҡорамалдарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;
  розеткаларға артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ;
  фатир эсендә тәмәке тартмағыҙ, һәр саҡ сигаретты һәм шырпыны еренә еткереп һүндерегеҙ;
  байрам осоронда ут һүндергес ҡоролма ҡул аҫтында булһа бигерәк тә яҡшы.
Яңы йыл тик яҡшы кәйеф,
яңы уңыштар, бәхет,
сәләмәтлек,
иң мөһиме
тыныслыҡ алып килһен!

 

 

Мирзат Иршат улы Үзбәков, Сибай ҡалаһының юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы:
—Йыл башынан, йәғни 1 ғинуарҙан 17 декабргә тиклем алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡалала 479 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Шуның 303-ө—ике йә унан да күберәк техниканың бәрелеше. Бынан тыш, йорт хайуандарына барып төкөү, йәйәүлене, велосипедта китеп барыусыны бәрҙереү, юл ситенә сығып китеү йә юлдан ситкә ауыу, ҡоймаларға, бордюрға менеп китеү һәм башҡа осраҡтар билдәле булды. Ошо күңелһеҙ хәлдәрҙә 2 кешенең ғүмере ҡыйылды, 39 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Шуларҙың 19-ы—бала.
Алда—барса халыҡты ҡуҙғытҡан Яңы йыл байрамы. Был мәлдә күңелле мәшәҡәттәр менән бергә ығы-зығы, юлдарҙа көсөргәнеш арта. Ә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн икеләтә, өсләтә ауырыраҡ эш көндәре башлана. Беҙ юл-хәрәкәт ваҡиғаларын киҫәтеү маҡсатында 20 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем айырыуса режимда эш башлайбыҙ, хатта участка полиция хеҙмәткәрҙәре беҙгә ярҙамға килә. Сөнки шунһыҙ булмай. Юлдарҙа машина хәрәкәте, ҡабаланыусылар, яҡын-тирә ауылдарҙан бүләк эҙләп йә иһә ҡунаҡҡа килеүселәр күбәйә. Ошо күренеш 31 ғинуарға, теүәлерәк әйткәндә, төнгө 23.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Унан 2-3 сәғәт тынлыҡ була ла, йәнә халыҡ тышҡа ағыла. Эскән килеш рулгә ултырыусылар ҙа була. Был уларҙың үҙҙәре өсөн дә, башҡалар өсөн дә үтә хәүефле. Шуға халыҡҡа кәңәшем шул: иҫерек килеш руль артына ултырмағыҙ! Ҡайҙалыр машинала барыу кәрәк икән, «Айыҡ водитель хеҙмәте»н ҡулланырға була. Йәғни кемдер һеҙҙе һеҙҙең үк машинала ҡайҙалыр илтә ала. Икенсенән, машинаға тюбинг таҡтырып, балаларын һөйрәп алып йөрөүселәр осрай. Был бик хәүефле, хатта ҡот осмалы хәлдәр теркәлә. Балалар юлға ҡарай үрҙән, тауҙан шыумаһын, контролгә алығыҙ. Ҡар-буранлы көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмағыҙ, һауа торошона иғтибар итегеҙ. Водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә, ата-әсәләрҙе лә, балаларҙы ла һаҡ булырға саҡырам. Юл шаярыуҙы ғәфү итмәй. Руль артында иҫерек водителде күрһәгеҙ, кисекмәҫтән дежур бүлеккә 5-45-05 телефоны аша хәбәр итегеҙ!
Яңы йыл тик бәхет-шатлыҡтар килтерһен! Донъялар тыныс, ғаиләләр теүәл һәм имен булһын!

 

Айҙар Айрат улы Ғүмәров, Сибай муниципаль «Тиҙ ярҙам» муниципаль район-ара бүлеге мөдире:
—Бөтә кеше байрам иткәндә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте табиптарына, фельдшерҙарға, водителдәргә ял юҡ. Төбәк халҡы именлеге, сәләмәтлеге һағында тороусыларға был төндө уҙғарыу айырыуса ауырға тура килә, сөнки хәүеф-хәтәр ныҡ арта, саҡыртыуҙар күп була. Әле Сибай ҡалаһында урынлашҡан төп бүлек ҡаланан тыш, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүселәргә тиҙ ярҙам күрһәтә. Тәүлегенә 100-105 саҡырыу булып тора. Ә Яңы йылды ҡаршылаған мәлдә саҡырыуҙар икеләтә-өсләтә арта.
Яңы йыл төнөндә алған йәрәхәттәрҙең иң мәғәнәһеҙе ниндәй тип уйлайһығыҙ? Шампан шарабының шартлап асылған бөкөһө. Уның бәғзеләрҙе күҙһеҙ ҡалдырғаны, башын тишкәне лә бар, шуға күрә алкоголле эсемлек менән артыҡ мауыҡмауығыҙ, шарапты ла кешеләр булмаған яҡҡа ҡаратып асығыҙ.
Шул уҡ кәңәштәр иң ябай уйынсыҡтарға—балалар «хлопушка»ларына, серпантиндарға һәм «конфетти»ға ҡағыла: дөрөҫ файҙаланмағанда уларҙың да зыян килтереүе бар. Бындай әйберҙәрҙе урамда ҡулланһағыҙ, күпкә хәүефһеҙерәк булыр.
Бәләкәстәрҙе ҡәҙимге көндәрҙә лә яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, байрам көндәрендә иһә улар икеләтә иғтибарға мохтаж. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр күп осраҡта, кәйеф-сафа ҡороу менән мауығып, балаларҙы онотоп китә һәм бының бик күңелһеҙ, хатта фажиғәле эҙемтәләргә килтереүе бар.
Бәләкәй ҡунаҡтар эргәһендә сәнсә, ҡырҡа торған әйберҙәр булмаһын, ут менән уйнамаһындар, дарыуҙар, көнкүреш химияһы ла йәшерелгән булһын. Балалар ныҡ ҡыҙыҡһыныусан: ҡунаҡҡа килгәндә улар бар яңылыҡтарҙы һынап ҡарауы ихтимал.
Бәләкәстәрҙе шыршы янында ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ: улар гирляндаға, мишураға эләгеп, быуылыуы, токтан һығылыуы, ағасты өҫтөнә ауҙарыуы, уйынсыҡҡа ҡырҡылыуы бар.
Яңы йылды юл бәләһе менән ҡаршыламайым тиһәгеҙ, үтә ныҡ һалҡында урамға йәки юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. Ел көсәйеп, буранлап торһа ла, алыҫ юлды кисектереү зарур. Балалар менән булһа, бигерәк тә. Әгәр сәфәр кисектергеһеҙ икән, һауа торошона ҡарап кейенегеҙ. Эске кейемегеҙ йылы, ҡалын булһын. Пальто йәки тундың оҙонорағы, йөн ойоҡбаш һәм табанына олтораҡ һалынған аяҡ кейеме ышаныслы. Бит һәм муйын өшөмәһен өсөн йылы шарф, свитер кейеү һәйбәт. Сатлама һыуыҡта урамға сығыр алдынан мотлаҡ иртәнге аш ашағыҙ, тамағығыҙ туҡ булһын. Һалҡында организм энергияны күп сарыф итә. Өшөткән, туңған урындарҙы ҡар, йөн, спирт һәм май менән ышҡырға ярамай, иҫерткес эсемлек ҡулланмағыҙ. Йылы өйгә инеү менән файҙалы үләндәрҙән сәй яһап эсегеҙ, ҡурай еләге йәки ҡарағат ҡайнатмаһы ашағыҙ. Урамда бит-ҡулды туңдырмаҫ өсөн махсус крем файҙаланғанда ла була.
Эйе, беҙ Яңы йыл байрамын шыршыһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Әммә был матурҡай ҙа күп бәлә сығанағы булыуы ихтимал. Беренсенән, яҡшы нығытылмаған булһа, йә хужалар, йә ҡунаҡтар өҫтөнә йығылыуы, кемделер йәрәхәтләүе ихтимал. Шуға ла шыршыны ышаныслы итеп нығытығыҙ, йылытҡыс ҡорамалдарҙан йыраҡ торһон, фатирҙың эвакуациялана торған юлдарын ҡапламаһын.
Шулай уҡ шыршыны биҙәгән быяла уйынсыҡтар ҙа көтөлмәгән күңелһеҙлек килтереүе бар.
Шуға уларҙы ныҡ итеп беркетегеҙ, төшөп ярылырлыҡ булмаһын.
Күпселек байрам фажиғәләренең сығанағы кухняла була.
Шуға ла аш-һыу әҙерләгәндә,
байрам мәлендә бик һаҡ булығыҙ.

 

Резеда Усманова, Гөлдәр Ҡадаева.

Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!
Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!
Байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: