– Беҙ ысынлап та Башҡорт ҡоролтайын көтәбеҙ. Был милләт, республика өсөн бик етди ваҡиға булып тора, – тине республика етәксеһе. – Ҡоролтайҙы беҙҙең өсөн дә, Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн дә ҡатмарлы осорҙа ойошторабыҙ.
Башҡорт милләтен тарҡатырға маташалар, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Булдыҡһыҙ кешеләр тарҡатырға тырыша, сөнки уны тарҡатыу мөмкин түгел. Сит илдәрҙән нимәлер әйтергә теләгән кешеләр бар, улар бик аҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә Ҡоролтайҙың әһәмиәте ҙур. Ул нисек үтер һәм унда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителер, ҡарарбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо йәһәттән эшемде "өслөгә" баһалайым. Был эшкә етди иғтибар бирергә тейешбеҙ. Беҙҙә шефлыҡҡа алынған 100-ҙән ашыу мәктәп иҫәпләнә, был эш әле лә бара. Мин һәр ваҡыт өҫтөнлөк принцибы буйынса йәшәйем. Минең өсөн Башҡортостан – төп өҫтөнлөк.