Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Май 2023, 14:20

ТАҺИР КҮСИМОВ БАТАЛЬОНЫ

12 майҙа Өфөнән бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана.

ТАҺИР КҮСИМОВ БАТАЛЬОНЫ
ТАҺИР КҮСИМОВ БАТАЛЬОНЫ

12 майҙа Өфөнән бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана. Хәрби формированиеға легендар генерал Таһир Күсимовтың исеме бирелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республика етәксеһе Башҡортостандың баш ҡалаһында батальонды оҙатыуҙы ойошторорға ҡушты. Батальон Совет майҙанынан юлға сыға.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-10/radiy-habirov-pyatyy-bashkirskiy-dobrovolcheskiy-batalon-budet-nosit-imya-generala-tagira-kusimova-3251783

Автор:Резеда Валиева