АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Март 2023, 20:40

РУХИ ЯРҘАМ ДА КӘРӘК...

Ауыр мәлдә кешегә матди ярҙам ғына түгел, рухи ярҙам да кәрәк. Баймаҡ районы Һәмән ауылында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен, өләсәләрен самауыр сәйенә саҡырғандар, бүләк өләшкәндәр...

РУХИ ЯРҘАМ ДА КӘРӘК...
РУХИ ЯРҘАМ ДА КӘРӘК...

--Һәмән ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе Фәимә Һибәтуллина) һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе Рәмилә Әминева) ағзалары матур сара үткәрҙе. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаш ир-егеттәребеҙҙең әсәләрен, өләсәләрен аралашып, һөйләшеп ултырырға саҡырҙы. Билал ауылынан Мәҙүнә апай Исхаҡова, Һәмән ауылынан Ғәлиә Асҡарова, Илгиздең өләсәһе Фәриҙә Асҡароваларға самауыр сәйе эсерҙе, изге теләктәрен еткерҙе, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Фәһемле кисәне үткәреүгә Һәмән ауылының фермер хужалығы етәксеһе Әсләм Ишморатов ғаиләһе менән бағымсы булды. Сарала ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлиә Заманова, Билал китапханасыһы Райхана Булатова ҡатнашты. Илдә тыныслыҡ булһын, егеттәр имен һау әйләнеп ҡайтһын! Байрам сараһын ойошторған ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, эштәрегеҙ һәр ваҡыт уң булһын,--тип хәбәр итәләр Һәмән ауылынан.

 

Афарин! Халҡыбыҙ киң күңелле, йомарт, ихлас ул. Ауыр саҡта бер-береһен ташламай.

Автор:Резеда Валиева