Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Февраль 2023, 20:30

ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘР

Сибай институтында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Онотолған исемдәр" ("Забытые имена") тапшырыуын әҙерләүсе ижади төркөм сәфәрҙә булды. Хәбәрселәр Мәскәү тау институтында тәүгеләрҙән булып тау һөнәре буйынса юғары белем алған яҡташыбыҙ Вәлиев Әбделғәлләм Мөхәмәтсафа улы тураһында бай мәғлүмәт туплаған ғалим Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов менән тулы әңгәмә ҡорҙо.

ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘР
ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘР
Ғәлләм Сафа улы (ҡыҫҡа вариант)--Урал аръяғынан сыҡҡан тәүге юғары белемле тау инженеры-электромеханик. 1930 йылдарҙа Мәскәүҙә тау институтында уҡыған. Мәскәү метрополитенын төҙөүҙә ҡатнашҡан. 
Уның ике улы ла билдәле шәхес. Береһе Ким Вәлиев--физика-математика фәндәре докторы, икенсеһе Вадим Вәлиев - техник фәндәр кандидаты.

Абдулғәлләм Мөхәмәтсафа улы сығышы менән Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылынан.
 
 
 
Автор:Резеда Валиева