+1 °С
Болотло
Көтөп алған оҙайлы Яңы йыл каникулы тамамлана. Быйыл йәнә ҡасан оҙаҡ ял итәсәкбеҙ?
Хеҙмәт министрлығы билдәләүенсә, быйыл Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 121 ял һәм байрам көндәре көтә. Киләһе оҙайлы ял Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тура киләсәк. 23-26 февралдә 4 көн ял итәбеҙ. Шулай уҡ Еңеү көнөндә 4 көн, йәғни 6-9 май ял була.
Өс көнлөк ялдар: 21 апрелдән 23 апрелгәсә (Ураҙа байрамы), 29 апрелдән 1 майғаса (Хеҙмәт байрамы), 10 июндән 12 июнгәсә (Рәсәй көнө) һәм 4 ноябрҙән 6 ноябргәсә (Халыҡтар дуҫлығы көнө).
8 март (Халыҡ –ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө), 28 июнь (Ҡорбан байрамы) и 11 октябрь (Республика көнө) шаршамбыға тура килә һәм ул көндәрҙә лә ял итәбеҙ.