АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
4 Ғинуар 2023, 21:45

ТАРИХТЫ БЕРГӘ ЯҘАЙЫҠ

Хөрмәтле Ленин орденлы Йылайыр совхозы халҡы! Был фотографиялар Йылайыр совхозының "Сиҙәм" музейынан алынған. Бүлексәләр (ауылдар) буйынса совхоз механизаторҙарының  фото стендтарын эшләй башлап, тәүҙә 1985-2009 йылдарҙа минең менән эшләгәндәрҙең фотоһүрәттәрен йыя башланым. (Был йылдарҙа мин совхозда өлкән инженер булып эшләнем). Һуңынан киңәйтергә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы механизаторҙарҙы ла индерергә булдым. Бер үк ваҡытта урындағы музейға ветерандар стендын тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ.

Туғандарығыҙҙы кем таныған, фамилияһын, исемен һәм атаһының исемен яҙыуығыҙҙы һорайым. Механизаторҙар (тракторсылар, иретеп-йәбештереүселәр, токарҙар, механиктар, комбайнсылар, автомобиль водителдәре) булып эшләгәндәр икән, өҫтәмә рәүештә хәбәр итегеҙ... Әлегә музейҙа булған бөтә фотоһүрәттәр ҙә сканер аша үткәрелмәгән ... Бәлки башҡа олатайҙарҙыҡын да табырбыҙ, әлегә стендҡа индерелмәгән туғандарығыҙҙың фотоларын ебәрегеҙ әле. Ветерандарҙан тыш, механизаторҙар стендына совхозда төрлө йылдарҙа механизатор булып эшләгән туғандарығыҙҙың фотоларын ебәрһәгеҙ, тарихты һаҡлап ҡалыр өсөн күмәкләп, интернет селтәрҙәрен файҙаланып, бер эш башҡарыр инек. Фотоларҙы, хаттарҙы минең исемгә ебәреү һорала.

Илдар Алтыншин.

Автор:Резеда Валиева