АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Декабрь 2022, 16:30

ЯУГИР... ПОЧТА МАРКАҺЫНДА

«Рәсәй Почтаһы» Ватан геройҙары көнө уңайынан махсус операцияла һәләк булған Әбйәлил районы егете, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә марка булдырҙы. Унда егеттең фотоһы һәм уның хаҡында мәғлүмәт бар.

ЯУГИР... ПОЧТА МАРКАҺЫНДА
ЯУГИР... ПОЧТА МАРКАҺЫНДА

Махсус марка «Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы менән булдырылған.

Тамерлан Асҡар ауылында тыуып үҫкән. 2011 йылда Сибай институтының юридик факультетына уҡырға инә. 2012 йылда үҙ теләге менән әрмегә юллана. 2014 йылда контракт төҙөй. Шул уҡ ваҡытта Серноводск аграр-технология колледжында белем ала. Уны 2019 йылда уңышлы тамамлай. Сирияла командировкаларҙа була, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Махсус операцияла һәләк булғас, уға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ул уҡыған Т.Күсимов исемендәге гимназияға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Автор:Резеда Валиева