Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Ноябрь 2022, 14:20

Егеттәрҙе оҙаттыҡ

Бөгөн Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариатынан бер төркөм егеттәр Ватаны алдындағы бурысын үтәүгә оҙатылды. Буласаҡ һалдаттар араһында Арслан Мусин да бар. Ул Сибай гимназияһында, артабан күп тармаҡлы һөнәри колледжда белем алған. Әлеге көндә БДУ-ның Сибай инститында уҡып йөрөй, төркөм старостаһы булып һайланған. Һабаҡташтары, дуҫтары, кураторы Рафиҡ Байғотлин Арсландың әрме сафында имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Өлкән улдарын әрмегә оҙатыусы ата-әсә Рөстәм Салауат улы һәм Гөлнур Рәфҡәт ҡыҙы Мусиндар, туғандары, яҡындары һәр егеткә хәйерле юл, ныҡлыҡ, түҙемлек теләне.

Егеттәрҙе оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙаттыҡ

Иҫән һау булығыҙ, тыуған ил именлеге һағында ныҡлы тороғоҙ, егеттәр!

Егеттәрҙе оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙаттыҡ
Автор:Гульдар Кадаева