+2 °С
Болотло
Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы активистары үҙ аҡсаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн УАЗ автомобиле һатып алған. Транспортты легендар башҡорт комдивының исемен йөрөткән 1-се миномет батареяһы яугирҙәренә илтеп тапшырғандар.
«Буханканан» тыш, яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына 1,5 тонна гуманитар йөк, госпиталдә ятҡан яралылар өсөн 14 тонна эсәр һыу, уҡыусыларҙың хаттарын, йөн ойоҡтар һәм бал оҙатылған.
Сығанаҡ: Башинформ