Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Ноябрь 2022, 11:50

Инфляциянан юғарыраҡ индексациялана

«Ун процентлыҡ индексацияны иҫәпкә алып, минималь күләм 2022 йылдың 1 ғинуары кимәленә ҡарата — 16,9%, ә йәшәү минимумы 13,6% арта. Йәғни йәшәү минимумы дәүмәле лә, МРОТ та көтөлгән инфляциянан юғарыраҡ була», — тине Антон Котяков.

Инфляциянан юғарыраҡ индексациялана
Инфляциянан юғарыраҡ индексациялана

Яңы йылдан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме һәм йәшәү минимумы инфляциянан юғарыраҡ була, тип белдерҙе илдең хеҙмәт министры Антон Котяков президент Владимир Путин менән балалы ғаиләләрҙең килеменә булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

«Ун процентлыҡ индексацияны иҫәпкә алып, минималь күләм 2022 йылдың 1 ғинуары кимәленә ҡарата — 16,9%, ә йәшәү минимумы 13,6% арта. Йәғни йәшәү минимумы дәүмәле лә, МРОТ та көтөлгән инфляциянан юғарыраҡ була», — тине Антон Котяков.

Был хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыуҙың икенсе этабы, тине ул. Берернсеһе яҙ көнө үткәрелгәйне.

Уның һүҙҙәренсә, федераль бюджетта алдағы өс йылға минималь эш хаҡының үҫеш темпы йәшәү минимумы үҫешенән юғарыраҡ билдәләнгән һәм өс йыл йомғаҡтары буйынса айырма ун процентҡа етер тип көтөлә.

Эшләп йөрөгән рәсәйҙәрҙең килемен арттырыу өсөн МРОТ менән йәшәү минимумы араһындағы айырманы эҙмә-эҙлекле арттырырға кәрәк, тип өҫтәне Антон Котяков. Министр әйтеүенсә, маҡсатлы йүнәлеш — 30% ашыу.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-10/mrot-i-prozhitochnyy-minimum-s-1-yanvarya-vyrastut-vyshe-inflyatsii-3022989

Автор:Резеда Валиева