АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Сентябрь 2022, 14:40

ӘСӘЛӘР МИҘАЛДАРЫН АЛДЫ

Баймаҡ районында йәшәүсе әсәйҙәр миҙал алып ҡыуанды.

ӘСӘЛӘР МИҘАЛДАРЫН АЛДЫ
ӘСӘЛӘР МИҘАЛДАРЫН АЛДЫ

Күптән түгел беҙҙең төбәктән бер төркөм әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы биреләсәк тип яҙғайныҡ. Баймаҡ районында йәшәүселәргә миҙал тапшырылды.

«Ерҙә әсә булыу һәм балалар тәрбиәләүҙән дә изгерәк миссия юҡ. Әсә һөйөүе беҙҙе көслөрәк, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға һәм уңышҡа ышанырға ярҙам итә.
Районыбыҙҙан тағы биш ҡатын-ҡыҙ - Гөлсинә Әхмәтова, Гөлниса Бүләкова, Елена Дәүләтшина, Рәзидә Назарова һәм Миңниса Хәсәнова «Әсәлек даны» юғары наградаһына лайыҡ булды.
Ныҡлы татыу ғаилә ҡороу - еңел булмаған хеҙмәт. Һеҙҙең барығыҙға ла яуаплы ата-әсәлектең сағыу өлгөһө, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын нығытыуығыҙ, балаларҙы тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Йорттарығыҙға тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет!»—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Резеда Валиева