АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Сентябрь 2022, 21:10

Республикала «Трактор» операцияһы башланды

Башҡортостанда 1 сентябрҙән «Трактор» операцияһы башланды. Үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы 30 сентябргә тиклем дауам итә. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Тикшереү барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленә. Үҙ йөрөшлө машиналарҙы ғына түгел, уларҙың тағылмаларын хәүефһеҙ файҙаланыуға ла етди иғтибар бирелә.

«Трактор» операцияһын Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы үткәрә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-05/v-bashkirii-startovala-operatsiya-traktor-2935697

Автор:Резеда Валиева