Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
4 Апрель 2022, 18:05

ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары тейәгән 4 йөк машинаһы иртән юлға сыға.

ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘСӘК
ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

Бөгөн, 4 апрель, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенә Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереүгә бәйле килешеү әҙерләргә ҡушты.

- Луганск Халыҡ Республикаһы беҙҙең өсөн бик яҡын. Унда Петровск ауылында беҙҙең данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән,--тип билдәләне Радий Хәбиров.--Луганск һигеҙ йыл эсендә бик күп зыян күрҙе. Бөгөн килешеү төҙөү һәм артабан алға барыу бик мөһим.

Оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы рәйесе Фәрит Ғүмәров ЛНР һәм ДНР халҡына ылау менән өсөнсө автоколонка барырға әҙерлеген әйтте. Уның составына 4 йөк машинаһы инә. Улар аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары тейәп 5 апрель юлға сығырға ниәтләй. Быға тиклем гуманитар йөк автопоездары 4 март һәм 18 март барғайны.

 

 

Автор:Резеда Валиева