Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Март 2022, 19:10

САУАПТАРЫН АЛЫП ҠАЛАЙЫҠ!

Рамаҙан айы алдынан Хәйбулла районы Әбүбәкерҙең "Ихлас" мәсетендә ауыл халҡы өмә ойошторҙо.

САУАПТАРЫН АЛЫП ҠАЛАЙЫҠ!
САУАПТАРЫН АЛЫП ҠАЛАЙЫҠ!

Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

Мосолман халҡы борондан иманлы, әҙәпле, инсафлы булған. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә (с.ғ.ү.) ҡәрҙәштәребеҙҙе әҙәпкә саҡырып торған, дин юлына баҫҡандарҙы хуплаған. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, халыҡ яйлап иман юлына баҫа.
Рамаҙан айы алдынан Әбүбәкерҙең "Ихлас" мәсетендә ауыл халҡы өмә ойошторҙо. Ауыл халҡының берҙәм булып, ошондай изге башланғыстар алдына тороуы ҙур мәғәнәгә эйә, тип белдерҙе ауыл мәсетенең имамы Булат хәҙрәт. Аллаһы Тәғәләгә ышанған кешенең күңеле лә таҙа була, тиҙәр. Ошондай ихласлы, инсафлы кешеләр булғанда ауылдың киләсәге лә өмөтлө.

 

 

Автор:Резеда Валиева