АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Август 2021, 18:00

Аҡса эсте тишмәй

Башҡортостанда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе (10 мең һум) оло йәштәгеләр икенсе аҙна аҙағында уҡ ала башлаясаҡ. Төбәктә 10 мең аҡсаға ҡушып “һуғыш осоро балаларына” тағы 1 мең бирәсәктәр. Өҫтәмә түләү тағы кемдәргә тәғәйен булыуын сайттан инеп уҡығыҙ.

Аҡса эсте тишмәй
Аҡса эсте тишмәй

Тәүгеләрҙән булып илдә аҡсаны банк картаһы аша пенсия алыусы өлкәндәр, йәғни 30 миллионға яҡын кеше аласаҡ. Тағы 12,7 миллион кеше аҡсаны Рәсәй почтаһы аша 3 сентябрҙән ала башлаясаҡ.

Өҫтәмә түләүҙе бөтә пенсионерҙар ҙа: эшләп йөрөүсе, эшләмәүсе ололарҙар ҙа, инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар, шул иҫәптән инвалид балалар, шулай уҡ аҫраусыһын юғалтыусыларға ла 10 мең һум бирелә.

#выплаты#пенсионеры

Автор:Гульдар Кадаева