Бөтә яңылыҡтар

Лайыҡлыларға миҙалдар

Баймаҡ районы һәм ҡала мәктәптәрен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған 26 сығарылыш уҡыусыһына миҙалдар тапшырылды.

Лайыҡлыларға миҙалдар
Лайыҡлыларға миҙалдар

- Мәғариф бүлегенең залында уҡыу алдынғыларын наградлау тантанаһы үтте.
Бәхетле сығарылыш уҡыусылары менән бергә бүләкләү тантанаһына уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә килде.
Күңелле мәктәп йылдары хәтерҙә яҡшы яҡтарҙы ҡалдырып, бер минут эсендә үтте, ә алда - билдәһеҙ киләсәк, ул мотлаҡ тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Уңыштар, илһам һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем! – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева