+3 °С
Болотло
“Изге ҡарағас” илдең иң төп ағасы исеме өсөн көрәшә
Баймаҡ районы Бетерә ауылы тарафтарында үҫеүсе ҡарағастың йәше 700 йылдан ашҡан. Уның бейеклеге 30 метр, әйләнәһе 6 метрҙан ашыу. Нәҡ оҙонлоғона, ботаҡтарының ҙурлығына ҡарап ғалимдар уның йәшен билдәләгән.
Гигант ағас янына барыу өсөн ауыр юл үтергә кәрәк.
Әйткәндәй, rosdrevo.ru. сайтында тауыш биреү бара. Бетерә ҡарағасы 50-се һан аҫтында бирелгән. 1 авгусҡа тиклем тауыш бирергә була. Әйҙәгеҙ, “Изге ҡарағас”ты илдең төп ағасы итәйек.