АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2023, 15:30

ШӘП САРА ҮТКӘН!

Ҡортсолоҡ буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла йылайырҙар ҙа ҡатнашты...

ШӘП САРА ҮТКӘН!
ШӘП САРА ҮТКӘН!

Кисә Бөрйән районының «Айыҡ ауыл» исеменә дәғүә итеүсе Исламбай ауылында ҡортсолоҡ буйынса фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда Йылайыр районынан Рөстәм Тотманов (Ҡәнзәфәр ауылы хакимиәте башлығы, уҙған йыл уларҙың Сәләх ауылы конкурста еңеп, Айыҡ ауыл исеме алды) етәкселегендәге делегация ла ҡатнашты. Шулай уҡ быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Юлдыбай ауылынан эштәр идарасыһы Миләүшә Иҫәндәүләтова, ике умартасы Ислам Ишкилдин һәм Дәүләткилде Рәмов барҙы.

Исламбай халҡы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, ауыл оҫталарының күргәҙмәһе һәм милли ризыҡтарҙан һығылып торған табын, тәмле сәй менән ҡаршы алған.

Сараға Саха Якутиянан да ҡунаҡ килгән. Вера Захарова башҡорт милли ризыҡтарын бик оҡшатҡан.

Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә бик күп ярыштар, саралар уҙғарылған. Мәҫәлән, Рәис Ибраһимов менән Ғәлинур Хәйбуллин килгән ҡунаҡтарға солоҡ юнып күрһәткән.

 

Фото: «Таң» гәзите

 

Автор:Резеда Валиева