АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ғинуар 2023, 14:25

МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ

Хөрмәтле дуҫтар! Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы» тип иғлан итте. Атайсал—тыуған ер, йәнтөйәк тигән һүҙҙе аңлата. Тимәк, үҙе йәшәгән төйәк өсөн изге ғәмәл эшләүселәрҙе данлаясаҡбыҙ, өлгө итеп ҡуясаҡбыҙ. Беҙҙең төбәктә лә илһөйәр, эшһөйәр кешеләр бихисап. Уларҙың изге эшен яҡтыртыу маҡсатында беҙ, «Атайсал» гәзите мөхәрририәте, Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров ярҙамында һәм яҡлауында «Минең Атайсалым» тигән акция иғлан итәбеҙ. Уның шарттары бик ябай. Беренсенән, әлбиттә, йәнтөйәк өсөн изге ғәмәл башҡарыуығыҙ шарт. Икенсенән, акцияла ҡатнашам тип беҙгә хәбәр итеүегеҙ мөһим. Кесе Ватаныбыҙ өсөн башҡарған яҡшы эшегеҙ хаҡында үҙегеҙ тәфсирләп яҙа алаһығыҙ йә иһә беҙҙе, журналистарҙы, саҡырығыҙ. Йыл дауамында Атайсалыбыҙ өсөн изге ғәмәл башҡарыусылар хаҡында фотоһүрәтләмә гәзитебеҙгә һәм баҫмабыҙ сайтына бирелеп бара һәм йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе аҡсалата премия көтә. Беренсе урын—7 мең, икенсе урын—5 мең, өсөнсө урын—4 мең. Бынан тыш, ике дәртләндереү призы буласаҡ.

МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ
МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ

 

Эштәрҙе Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Б.К.Абдрафиҡов етәкселегендәге комиссия баһалай. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, «Атайсал» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Резеда Усманова һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова—комиссия ағзалары. Улар ғәҙел һәм лайыҡлы баһа бирергә әҙер. Изге ғәмәлдәрегеҙ хаҡында йыл аҙағына тиклем хәбәр итегеҙ. 2023 йылдың декабрь урталарында конкурсҡа йомғаҡ яһала.


Барығыҙҙы ла акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ!

Автор:Резеда Валиева