АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Декабрь 2022, 16:00

ПЕДАГОГ ҺӘМ ОСТАЗДАРҒА АРНАЛА

Билдәле булыуынса, киләһе 2023 йыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителә. Ошо уңайҙан конкурс ойошторола...

ПЕДАГОГ ҺӘМ ОСТАЗДАРҒА АРНАЛА
ПЕДАГОГ ҺӘМ ОСТАЗДАРҒА АРНАЛА

Билдәле булыуынса, киләһе 2023 йыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителә. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фәнни-тикшереү эше конкурсы иғлан итә. Уның темаһы—«Педагогтарҙың һәм хеҙмәт династияларының шәжәрәһе».

Конкурс эштәре «Минең яҡташтарым—билдәле педагогтар», «Остаздарым—үҙ эшенең оҫталары», «Беҙҙең төбәктең хеҙмәт династиялары» номинацияларында ҡарала.

Конкурста 8-11 класс уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Ғаризаны 2023 йылдың 1 февраленә тиклем бирергә.

Электронный адрес: [email protected].

 

Положение менән ошонда танышырға була: https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/373197

Автор:Резеда Валиева