АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Декабрь 2022, 11:55

СССР ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘҺЕҢ?

Совет кешеләре нисек йәшәгән? Ниндәй ҡаҙаныштары менән бөтә донъяны хайран иткән ул? Ошо мөхиткә сумып, үҙ белемдәрегеҙҙе һынап ҡарарға теләһәгеҙ, онлайн-викторинала ҡатнашып ҡарағыҙ.

СССР ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘҺЕҢ?
СССР ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘҺЕҢ?

Бөйөк ил 20-се быуаттың 90-сы йылдарында СССР булараҡ йәшәүҙән туҡтаны. Совет кешеләре нисек йәшәгән? Ниндәй ҡаҙаныштары менән бөтә донъяны хайран иткән ул? Ошо мөхиткә сумып, үҙ белемдәрегеҙҙе һынап ҡарарға теләһәгеҙ, онлайн-викторинала ҡатнашып ҡарағыҙ. Донъяла булдырылған тәүге социалистик дәүләттең 100 йыллығына арналған саранан ситтә ҡалмағыҙ.

Бер нисә һорауға яуап бирергә кәрәк буласаҡ. Викторинала мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. 7-9-сы класс уҡыусылары һәм 10-11-се класс уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттар айырым баһалана.

Яуаптарҙы 12 декабргә тиклем электрон адресҡа ебәрергә: [email protected] 

Һөҙөмтә Башҡортостан Республикаһы Милли архивы сайтына һәм социаль селтәргә ҡуйыла. Еңеүселәр I, II һәм III дәрәжә дипломдары менән бүләкләнә, башҡаларға ҡатнашыусы сертификаты бирелә.

Башҡортостан Республикаһы Милли архивының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Резеда Валиева