АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2022, 15:50

"ҠЫШҠЫ РОМАНС" КОНКУРСЫ

Билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына конкурс уҙғарыла. Ә һеҙ уның ниндәй йырын яратаһығыҙ?

"ҠЫШҠЫ РОМАНС" КОНКУРСЫ
"ҠЫШҠЫ РОМАНС" КОНКУРСЫ

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ҡышҡы романс» республика актер йыры конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына уҙғарыла.

Еңеүселәрҙе приздар, бүләктәр һәм аҡсалата гранттар көтә, тип хәбәр итә дәүләт концерт залының матбуғат хеҙмәте. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк. Анкета 2022 йылдың 1 декабренә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Жюри конкурстың икенсе этабына 20 ҡатнашыусыны һайлап ала. Икенсе этап һәм бүләкләү тантанаһы 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, шунда уҡ конкурс еңеүселәре иғлан ителә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-18/v-ufe-proydet-konkurs-akterskoy-pesni-na-priz-rima-hasanova-3036542

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:Резеда Валиева