Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Август 2022, 10:05

ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Хөрмәтле дуҫтар! Мәғлүм булыуынса, социаль селтәрҙә милли орнаментлы галстук уйнатабыҙ тип, конкурс иғлан иткәйнек. Бағыусыбыҙ Йәмилә Баязитова әҙерләгән галстуктар үҙ хужаларын тапты. Ҡотлайбыҙ!

ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Конкурс талаптары бик ябай булды. «Бәйләнештә» селтәрендәге «Атайсал» гәзите төркөмөнә дуҫ булырға, конкурс яҙмаһына лайк ҡуйып, репост эшләргә кәрәк ине. Бөтә талаптарҙы үтәгәндәр араһынан РАНДОМАЙЗЕР ҡушымтаһы аша осраҡлы еңеүселәрҙе һайлап алдыҡ. Бына улар: Әнисә Утарбаева, Резеда Ғиләзетдинова, Лилиә Агабуллина, Мәҙинә Алғазина, Ильмира Байгилдина.

 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Редакциянан эш көнө галстуктарҙы килеп алыуығыҙ һорала. Килер алдынан мотлаҡ 8 (347) - 75 - 2-55-08 һандарына шылтыратып белешергә.

Автор:Резеда Валиева