АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Июнь 2022, 09:50

ҠАНДРЫКҮЛДӘ ЯРЫШТЫҠ

Турслетта Сибай командаһы лайыҡлы сығыш яһаны. Афарин!

ҠАНДРЫКҮЛДӘ ЯРЫШТЫҠ
ҠАНДРЫКҮЛДӘ ЯРЫШТЫҠ

Беҙҙе аҙым һайын хәүеф һағалай. Шуға ла үҙеңде һәм дә яҡындарыңды яклай белеү мөһим.
Туймазы районы Ҡандры-Ҡотой ауылы янында—мөғжизәле Ҡандрыкүл буйында урынлашҡан Гайдар исемендәге балалар лагеры биләмәһендә 8-се республика Хәүефһеҙлек мәктәбе турслеты үтте. «А» һәм «Б» класына бүленеп, 54 команда үҙ-ара ярышты.
Барлығы 578 бала үҙ йәштәштәре араһында көс һынашты.Ярыш ҡатмарлы тәбиғи шарттарҙа үтте. Туктауһыҙ яуған ямғыр, көслө ел туристарҙы ҡурҡытманы. Улар 12 төрҙән бәйгелә һынау тотоп, бер нисә этап үтте.
Турникта тартылып, иң күп мәрәй йыйыған Харрасов Артур 1-се урынға лайыҡ булды, Раскилдина Диана 2-се урынға сыҡты. Ә Сибай командаһы дөйөм мәрәй менән 3-сө урын алды. Йәмғиәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре викторинаһында команда 3-сө урын яуланы.

Әйтергә кәрәк, ҡаланың төрлө мәктәптәренән йыйылған Сибай балалар йыйылма командаһы «Спорт туриизмы» етәксеһе, «Балалар экологик-биологик үҙәге»нең өҫтәлмә белем биреү педагогы Солтанова Нәйлә Әнүәр ҡыҙы һәм «Хәүефһеҙлек мәктәбе» программаһы буйынса эшләгән Ғәйфуллина Райза Ғаяз ҡыҙы алып барған түңәрәктә шөғөлләнә.
Командаға Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башкорт лицейының йәмғиәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре укытыусыһы Ҡоланбаев Арсен Сәғәҙәт улы, 7-се мәктәп укытыусыһы Хәсәнов Фаяз Мәжит улы ярҙам күрһәтте. Уларға ла ҙур рәхмәт!

Нәилә Солтанова.

Автор:Резеда Валиева