Мутлашыусылар ҡулланған иң популяр схемаларҙы ҡарайыҡ.
Телефон шылтырай. Сымдың икенсе яғындағы әңгәмәсе үҙен, ҡағиҙә булараҡ, юғары званиелағы хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм шунда уҡ улығыҙ /ҡыҙығыҙ/ ирегеҙ юл-транспорт фажиғәһенә эләкте йә иһә кешене бәрҙерҙе тип хәбәр итә. Йыш ҡына һөйләшкәндә ҡорбан үҙенең туғанының исемен үҙе атай. Һуңынан ҡурҡыуға бирелә. Ә мутлашыусыларға шул ғына кәрәк тә. Әйтелеүенсә, “әйләнешкә” алалар. Ялған хеҙмәткәр хатта трубканы үҙен туғаны тип таныштырған һәм өҫтә әйтелгәндәрҙе раҫлаған башҡа кешегә бирә, ләкин оҙаҡ һөйләштермәйҙәр. Әгәр ошо этапта кеше яңылыштан ышана башлаһа, уға ниндәйҙер суммала аҡса түләргә тәҡдим итәләр. Әгәр ундай суммала аҡса юҡ икән, “Ә һеҙҙең күпме бар?” тип һорайҙар. Һөҙөмтәлә мутлашыусы тәҡдим ителгән аҡсаға ризалаша. Артабан инде техника эше һәм әңгәмәсегә айырым ҡараш. Банк картаһы мәғлүмәттәре арҡаһында счетта булған бар аҡсанан ҡолаҡ ҡағыу – иң ҡурҡынысы. Мәҫәлән, телефондан шылтыраталар йә иһә йәнәһе банк хеҙмәткәренән SMS килә, ул һеҙҙең картағыҙ блокировланған тип хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта кеше айышына төшөнөп өлгөргәнсе әллә күпме кәрәкмәгән мәғлүмәт яуҙыралар, һәм һөйләшеү барышында һеҙ үҙегеҙ кәрәкле мәғлүмәтте әйтеп бирәһегеҙ йә иһә банкомат янында кәрәкле манипуляцияны эшләйһегеҙ.
Алдашыусылар араһында тағы бер таралған тема – һатыу-һатып алыу сайттары. Автомобиль һатып алыу схемаһын ҡарайыҡ. Һеҙ автомобиль осһоҙ хаҡҡа күрһәтелгән үҙегеҙгә кәрәкле белдереүҙе табаһығыҙ. Быға ғәжәпләнмәйенсә телефон һанын йыяһығыҙ. Һеҙгә, автомобилде ашығыс һатырға кәрәк, шуға хаҡы ҡиммәт түгел һәм уны һатып алырға теләүселәр күп, тип хәбәр итәләр. Һуңынан һеҙҙең ниәтегеҙҙең етди булыуын иҫбатларға һәм алдан түләргә тәҡдим итәләр – телефон һандарын, аҡсаны ҡайҙа күсерергә кәрәклеген әйтәләр. Иғтибарлы булығыҙ һәм осһоҙ хаҡына ҡыҙыҡмағыҙ.
Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеп йә иһә паникаға бирелеп, зыян күреүселәр йыш ҡына үҙҙәре мутлашыусыларҙың ярҙамсыһына әүерелә. Мутлашыусыны асыҡлау мөмкин булмау сәбәпле бындай енәйәттәрҙе асыу ауыр. Ҡайһы саҡта әгәр аҡса системала “эленеп торһа”, аҡсаның бер өлөшөн, һирәгерәк бар сумманы кире ҡайтарып була. Төрлө банктар карталары араһында аҡса төрлө ваҡытта күсә һәм һеҙ оператор аша операцияны туҡтата алаһығыҙ, әммә бик һирәк шулай килеп сыға.
Өҫтә күрһәтелгән осраҡтар – миҫал ғына. Ысынбарлыҡта иһә хәл бик тиҙ үҫешә, мутлашыусылар хәйләкәрерәк эш итә, әммә уларҙың маҡсаты бер – һеҙҙең картаның мәғлүмәттәрен белеү йә иһә хис- тойғоларығыҙҙа уйнау.
Кеҫә телефондарынан тыш, уҫал ниәтле кешеләр һеҙҙең дуҫтарығыҙ һәм таныштарығыҙҙың социаль селтәрҙәге ватылған аккаунттарын файҙаланыуы бар. Маҡсат бер – аҡса күсереү.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балаҡатай районы буйынса полиция бүлексәһе иҫегеҙгә төшөрә: ябай кәңәштәрҙе үтәү һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурсаларға булышлыҡ итер. Әгәр һеҙгә һеҙҙең хаҡта нәмәлер белгән кешеләр шылтырата йә иһә килә икән – улар мутлашыусылар. Бына һеҙҙе һағайтырға мәжбүр итергә тейешле хәлдәр:
Һеҙгә туғанығыҙ йә иһә танышығыҙҙың аварияға, рәшәткә артына, дауаханаға эләгеүе һәм хәҙер уның өсөн залог индерергә, штраф, ришүәт түләргә кәрәк булыуын хәбәр итәләр. Был мутлашыусылар;
телефонға таныш булмаған номерҙан балаларға ярҙам итеү йә иһә отош призын алыу өсөн иҫәпкә аҡса һалыуҙы һорап шылтыраталар йә иһә SMS хәбәр ебәрәләр. Был алдашыу;
Һеҙгә СМС буйынса эре аҡсалата йә иһә әйберләтә отош тураһында хәбәр итәләр һәм SMS - хәбәр ебәреүегеҙҙе йә иһә призды алыу өсөн күрһәтелгән номер аша шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар. Былай эшләмәгеҙ! Ҡағиҙә булараҡ, был мутлашыусылар;
таныш булмаған кеше үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштыра һәм пенсияға өҫтәмә, фатирға хаҡты ҡайтанан иҫәпләүҙәре, ветерандарға премия, өйҙә аҡсаны ашығыс алмаштырыу тураһында хәбәр итә. Был кеше нисек яғымлы булмаһын – ул мутлашыусы.
Уяу, тыныс булығыҙ һәм янауҙарҙан ҡурҡмағыҙ! Мотлаҡ туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ! Сит кешеләргә банк картаһы мәғлүмәттәрен бер ваҡытта ла хәбәр итмәгеҙ!
Практика күрһәтеүенсә, граждандарҙың аҡсаһын ситтән тороп иҫәптән алырға етерлек банк реквизиттарын алыу өсөн мутлашыусылар үҙҙәрен төрлө тауарҙар һатып алыусылар тип таныштыра.
Аҡсағыҙҙы юғалтмаҫ өсөн, иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
Теләһә ниндәй тауар йә иһә хеҙмәтте һатҡанда һәм һатып алғанда үҙегеҙҙең банк картаһының йәшерен мәғлүмәттәрен атамағыҙ: PIN-кодты һәм картаның CVV2– кодын (картаның артҡы яғындағы һандар), уның ғәмәлдә булыу срогын һәм хужаһының шәхси мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ. Һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсереү өсөн картаның алғы яғында күрһәтелгән 16 билдәле номер ҙа етә;
банк картаһы менән эш иткәндә таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәмәгеҙ;
оло йәштәге туғандарығыҙ менән аңлатыу әңгәмәһе үткәрегеҙ, сит һәм таныш булмаған кешеләргә үҙҙәре тураһында һөйләмәҫкә кәрәклеген аңлатығыҙ. Үҙе тураһында ниндәйҙер мәғлүмәтте бирер алдынан һеҙҙең менән кәңәшләшеүен һорағыҙ.
А.Крестовских, эске эштәр лейтенанты.