9 сентябрҙән 3 октябргә тиклем республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған тематик сара үтә. Уны «Ғаилә» төбәк үҙәге һәм ЮХХДИ идаралығы берлектә ойоштора.
«Айыҡ килеш машина йөрөтөү яҡлымын» исемле акция юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәргә тарымауҙы киҫәтә. Акция сиктәрендә ЮХХДИ инспекторҙары һәм «Ғаилә» үҙәге белгестәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән әңгәмә үткәрә, юл ҡағиҙәләре яҙылған буклеттар тарата.
Әйткәндәй, 9-11 сентябрь флешмоб та үтә. Кем унда ҡатнашырға теләй, руль артында фото төшөп, уны социаль селтәргә һалырға тейеш. Фото янына «Мин айыҡ килеш машина йөрөтөү яҡлы! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ!» тип яҙырға онотмағыҙ. #язатрезвоевождение
Фото: Хәйбулла хакимиәтенең социаль селтәренән.