Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
8 Апрель 2022, 12:35

Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде

Сибай ҡалаһы бер көнгә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» нә әүерелде. Республикала ошондай атама аҫтында 21-се тапҡыр ойошторолған Асыҡ Академия «Бәхет биләмәһе» хәйриә, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондтары тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды. Бындай сарала ҡатын-ҡыҙҙар бер урынға тупланып ниндәйҙер ҡаршылыҡтарға ҡаршы тороу тураһында һөйләшмәй, ә үҙҙәренә уңайлы мөхит тыуҙырыу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрҙе, тәбиғи асылды асыу, сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу өсөн йыйыла.

Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде
Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде

Гүзәл заттарға төрлө мөмкинлектәр биргән мәртәбәле сара Сибай концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында үтте һәм унда 1600-ҙән ашыу гүзәл зат ижад, матурлыҡ, һаулыҡ, ҡыҙыҡһыныу, мөмкинлектәр, бала саҡ һәм башҡа бик күп биләмәләр урап сығып үҙ ихтияжын ҡәнәғәтләндерҙе

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» эшендә проекттың авторы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың килеүе сараға оло мәртәбә өҫтәне. Сарала шулай уҡ Лариса Назарова, Линара Иванова, Мәскәү ҡунаҡтары ҡатнашты.

--Хөрмәте Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы халҡы! Һеҙҙе ысын күңелдән сәләмләйем! Был проекттың авторы тип мине таныштырһалар ҙа, ысынында ул бик күп абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән булдырылды. Иң мөһиме ул был сарала ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк гүзәл заттарҙың үтенесе менән эшләй башланы. Ҡала-райондарҙа проект сиктәрендә уҙғарылған биләмәләрҙе ҡарағандан һуң ошо рәүештә үткәрелһә, ул һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡыҙыҡлы, файҙалы, фәһемле булыуын асыҡланыҡ. Проект табиптарына, спикерҙарға, психологтарға, алыҫ араны яҡынайтып Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә төп урынды биләй. Ғаиләлә бөтә нәмә уға бәйле. Үҙегеҙ теләгән мөхит булдырып, шунда бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйем!—тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы Асыҡ Академия авторы Каринэ Владимировна.

 

Проекттың «Сәләмәлек биләмәһе» һәр ваҡыттағыса бик күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Баш ҡаланан килгән белгестәргә һәр кем күренеп ҡалырға, кәңәштәр алырға тырышты. Был көндө республика табиптары 144 өлкән, 156 баланы ҡабул итте, 335 кеше диагностик тикшереү һәм экспресс-тест үтте.

Берекмәлә белгестәр ҡабул итеүҙе башлар алдынан «Сәләмәт йылмайыу биләмәһе» сиктәрендә Сибай коррекцион мәктәпкә барҙы. Унда белгестәр 98 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәленә тарыған балаларҙы ҡараһа, 49-ын дауаланы.

Сарала өлкән йәштәгеләрҙе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, гинеколог, эндокринолог, онколог- маммолог, гематолог, ревматолог ҡабул итһә, балалар белгестәре--эндокринолог, кардиолог, невролог, эпилептолог, травматолог, психиатр, стоматологтарға ла эләгергә теләүселәр сиратҡа теҙелде. Шулай итеп, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы, «NGC» клиникаһы белгестәре йөҙәрләгән кешегә сәләмәт һәм бәхетле тормошҡа табан алға аҙым яһарға ярҙам итте. 
«Ҡыҙыҡһыныусы гүзәл заттар биләмәһе»ндә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡыҙыҡһыныуы буйынса лекциялар тыңланы.

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге һәм тышҡы ҡиәфәте, матурлыҡ серҙәре менән табип-косметолог, терапевт Гүзәл Гәрәева. Косметолог-эстетист Лиана Сафина «Йөҙ, кәүҙә, тән» темаһын күтәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ магнетизмы тураһында педагог- психолог Инга Айытҡолова бәйән итте. Психолог Юлиә Хәкимова «Нисек ресурста ҡалырға һәм хәҙерге заманда юғалып ҡалмаҫҡа» темаһын асты. Рәсәй социаль селтәрҙәренең үҙенсәлеген медиа эксперт Ольга Маловица аңлатты. «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Николаева «Үҙ эшең-бәхет биләмәң. Ҡатын-ҡыҙ уңышы деталдәрҙә» темаһын яҡтыртты.

Стилист Юлия Чувилина яҙғы гардероб тураһында һөйләне һәм бер нисә модалы һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ алымдар тәҡдим итте. «Ҡатын-ҡыҙ булмышы» биләмәһендә бер юлы 3 спикер--нейропсихолог, нейробиолог Руслан Сәйфулин, табип-анестезиолог-реаниматолог Марина Латушкова, финанс консультанты Эльмира Ҡадыров психологик һәм физик сәләмәтлек тураһында диалог ойошторҙо.
«Урал аръяғының йомшаҡ көсө» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәйриәлек фонды һәм йәмәғәт эшмәкәрҙерен берләштерҙе. Был проект ҡатын-ҡыҙ, ғаилә, йәмәғәт именлеге хаҡына яуаплылыҡты алға ҡуя. Һөйләшеү барышында Урал аръяғы ҡала һәм райондары ҡатын-ҡыҙҙарының инициатива һәм проекттарына ярҙам итеү өсөн майҙансыҡтар булдырыу, үҙ-ара бәйләнеште һәм коммуникацияны яҡшыртыу тураһында барҙы. Сараға махсус ҡунаҡ рәүешендә саҡырылған йырсы, актриса, продюсер Виктория Николаевна Макарская ла түңәрәк өҫтәлдә эшлекле тәҡдимдәр әйтте.

«Матурлыҡ биләмәһе» лә гүзәл заттарҙың иң оҡшатҡан урыны булды. Сәсте, битте ҡарау, макияж яһау, экспресс-йәшәреү тестары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса «Хәрәкәт биләмәһе» н оҡшатты. Хореограф Инна Пивоварова гүзәл заттарҙы сальса-бачата бейергә өйрәтте.

«Тәмле» Рәсәй халыҡтарының милли аш-һыуҙары конкурс-күргәҙмәһе төрлөлөгөнә Өфө, Сибай ҡунаҡтары хайран ҡалды. Өҫтәлдәр Рәсәй халыҡтарының милли-аш-һыуы: тултырма, ҡаҙы, тыжыҡ, һәр төрлө бәлештәр, сәк-сәк, талҡан, төрлө емеш-еләк ҡушылған ҡороттар, аҡ май, айран, кәзә ҡымыҙы, ҡойолтмаҡ, төрлө һуттар, ҡомалаҡ икмәгенән һығылды.

Сарала Төйәләҫ оҫталары айырылып торҙо: мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәләмләп, таҡмаҡтар әйтеп ҡаршы алдылар.Төйәләҫ ағинәйҙәре 1-се, 2-се дәрәжә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы «Сибайҙа йондоҙҙар ҡабына» Рәсәй эстрада артистарының шәп концерты менән тамамланды. Йырсы Виктория Макарская, йырсы, йырҙар авторы Карина, Силәбенән килгән яҡташыбыҙ Вероника Назарованың сығыштары алҡыштарға күмелде.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы етәксеһе Каринэ Хәбирова ҡала ҡатын-ҡыҙҙарына бәхетле булыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

 

 

Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде
Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде
Урал аръяғы үҙәге картала «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» булып билдәләнде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: