Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Апрель 2023, 14:55

Сибайҙа шәп үҙәк бар

Бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡалала март айынан эшләгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгенә инеп сыҡты. Ул яуҙа һәләк булған 4 яугирҙең яҡындарына Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Сибайҙа шәп үҙәк бар
Сибайҙа шәп үҙәк бар

Сибай ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәге Таусылар проспектының 40-сы йортонда урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 174 квадрат метр. Үҙәктә берҙәм тәҙрә рәүешендә белгестәр ҡабул итә. Балалар өсөн айырым урын бар, психолог  менән эшләү бүлмәһе булдырылған. Ултырыштар залы ла иркен, ул хәрбиҙәр менән осрашыуҙар, видеокәңәшмә уҙғарыу өсөн яраҡлаштырылған.

Бында белгестәр ҡабул итеүҙән тыш, халыҡтан гуманитар ярҙам йыйыу ҙа ойошторола. Йыйылған ярҙамды һаҡлау урыны ла бар. Яугирҙәргә тәғәйен ташламалар, социаль түләүҙәр һәм башҡа мәғлүмәт яҙылған стендтар эленгән.

13 мартта эш башлаған үҙәккә бөгөнгө көнгәсә 30 кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Белгестәр ҡала халҡын дүшәмбенән алып йомаға ҡәҙәр иртәнсәктән кискә ҡәҙәр ҡабул итә. Һәр шәмбелә Ғаилә көнө уҙғарыла. Сибайға эш сәфәре барышында килгәнендә үҙәккә Республика Башлығы Радий Хәбиров та инеп сыҡты. Ул яуҙа һәләк булған 4 яугирҙең яҡындарына Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

 

Автор:Гульдар Кадаева