АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Апрель 2023, 18:30

Торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡтар

Хәйбулла районының өс ҡатын-ҡыҙ торлаҡ сертификаттарына эйә булды. Гөлфинә Мәмбәтова һәм Ульяна Исаковаға дәүләт ярҙамы ата-әсә ҡарауынан иртә йәштә мәхрүм ҡалғанға тапшырылды. Әлиә Бохарбаева иһә Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә сертификатлы булды. Районда ошо категорияға ҡараусылар былтырҙан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам ала башланы.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡтар
Торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡтар

 

-Гүзәл заттарҙы ҡотлайым! Яңы торлаҡтары ҡотло булып, унда оҙон-оҙаҡ ҡыуанып йәшәргә яҙһын! – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:Гульдар Кадаева