АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Март 2023, 19:35

АКЦИЯҒА ҠУШЫЛДЫҠ

Сыңғыҙ мәктәбе коллективы махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға ярҙам күрһәтте. Ошо ауыл эшҡыуары Булат Рәжәпов ылауҙы егеттәргә алып барып тапшырҙы.

АКЦИЯҒА ҠУШЫЛДЫҠ
АКЦИЯҒА ҠУШЫЛДЫҠ

 

Баймаҡ районы Сыңғыҙ мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары махсус операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан егеттәренә һәм үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн иғлан ителгән "Изгелек талисманы" акцияһына ҡушылғайны. Улар  әйберләтә генә түгел, кәрәк- яраҡтар алыу өсөн 4 мең аҡса ла йыйған. 

--Бөгөн күстәнәс, кәрәк- яраҡтарҙы алып барып тапшырып ҡайтыусы ауылдашыбыҙ Рәжәпов Булат Рәжәп улы менән бик фәһемле, матур осрашыу булды. Яҡташтарыбыҙҙың рәхмәт һүҙҙәрен еткереүсе ағайыбыҙға эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, эшләгән изгелектәренең сауабы насип булыуын теләп ҡалабыҙ. Һәммәгеҙгә лә бәрәкәтле, мул, иманлы ғүмер, һаулыҡ, тәүфиҡ, уңыштар теләйбеҙ. Яу туҡтаһын, утҡа ебәрелгән ир- егеттәр имен ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын,--тип хәбәр итәләр Сыңғыҙ мәктәбенән.

Автор:Резеда Валиева