Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Февраль 2023, 09:00

ТЫУҒАН ЯҠ БОЙҘАЙЫ КӨС БИРҺЕН!

Түбәнге Яйыҡбай инәйҙәре егеттәргә ҡурмас әҙерләне.

ТЫУҒАН ЯҠ БОЙҘАЙЫ КӨС БИРҺЕН!
ТЫУҒАН ЯҠ БОЙҘАЙЫ КӨС БИРҺЕН!

—Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында тормош гөрләп тора. Бөгөн ағинәйҙәр мәсеткә йыйылып, махсус операция яланына китәсәк йәшниктәрҙе аҙаҡҡаса туплап,  алып китеү өсөн әҙерләп ҡуйҙы. Тыуған еребеҙҙә үҫкән бойҙай көс, дәрт өҫтәһен тигән ниәт менән , ағинәйҙәр ҡурмас ҡурып алып килгәндәр. Йәшник тышын ауылдаштарым мәсет фонындағы фотоһүрәт менән биҙәне. Унда "Түбәнге Яйыҡбай ауылы тыныслыҡ өсөн", "Түбәнге Яйыҡбай ауылы еңеү өсөн" тигән һүҙҙәр яҙылған. Изге теләктәр ҡабул булып, ир-егеттәребеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын,—тип яҙа социаль селтәрҙә түбәнге яйыҡбайҙар.

Автор:Резеда Валиева